Стихи на башкирском языке "1 - се сентябрь". Стихи про учителя на башкирском языке


Стихи на башкирском языке - башкорт шагильэр

Арыҫландар үҙ ерен Залимдарҙан таптатмаҫ, Таптаймын тип атлаһа, Башҡорт ҡаны атлатмаҫ. Ил өҫтөнә сапҡан яу Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ, Бысраҡ табан аҫтында Башҡорт намыҫы ятмаҫ. Башҡортостан — гөлбостан, Сөнбөлөстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән Башҡорт атлы арыҫлан! Башҡортостан баҡсаһы — Арыҫландар торған ер; Арыҫландар бабаһы — Ҡаһармандар йөрөгән ер; Ҡаһармандар кәүҙәһен Ҡосаҡлаған, күмгән ер; Хәләл ҡандар

Читать далее →

Валлаһи, һин сәнселеп кит, тонсоғоп үл, бөт, ҡаҙал. Шунда ла һис кем дә күрмәҫ, валлаһи, бер эт ҡәҙәр! Нишләйем һуң? Әйтсе, зинһар, сәнселәйемме, нишләйем? Сәнселеп, сәсрәп сығайыммы?.. Нишләһәң дә, эш ҡыйын. Нишләйем һуң — зәҡҡумлы хәсрәттәр менән күңелем яна, Нишләйем һуң — мәлғүн иблестәр төкөргән донъяға! 1915

Афарин һеҙгә, ирек сулпандары! Афарин, ысын изгелек солтандары! Был ҡараңғы гүргә түнгән донъяның Көн вә көн атмаҡта ысын таңдары. Афарин, их… донъяға шатлыҡ килә, Юйыла золмат, йылмайып аҡлыҡ килә; Емерелә вәхшәт, хаҡһыҙлыҡ, золом; Аҡрын, аҡрын нур сәсеп, хаҡлыҡ килә. Шатланам мин, күкрәгем ташҡан кеүек. Түҙә алмайым, һикеренәм, шашҡан кеүек. Афарин, әй һеҙгә миллион афарин; Нурлы

Читать далее →

Атланым эҙһеҙ, Тапманым йондоҙ; Боҙланып күңел, Сатнайым ҡыҙһыҙ; Үтте йәш ғүмерем, Ләззәтһеҙ, тоҙһоҙ. 1916

Айға мендем, ай нуры менән ҡойондом, уйнаным, Күп һөйөндөм, һөйөнөс менән төйөлдөм, туйманым. Туйманым, айҙан уҙып, мендем ҡояшҡа ашҡынып, Юҡ, шулай ҙа булманы ташҡын күңелде баҫтырып… Шул барыштан барышыма, киттем хоҙайҙың ғәрешенә, Ун һигеҙ мең ғаләме артымда ҡалды барыһы ла. Ни өсөндөр тапманым күңелем ҡарар ғәрешендә лә, Көрсөйҙө күрһәм дә хатта тынманым уныһында ла. 1914

Бөгөнгө көн мин тыуҙым, Иламайса, тын тыуҙым; Истиғдадтан, зәканан, — Һәр ҡайһынан кәм тыуҙым. Ғүмерем үтте бикарерәк, Буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым; Тыуҙым, үҫтем, ҙур булдым, Ник яралдым, ник тыуҙым? 1918

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа, Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн Әрней минең иҫке бер яра. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа. Тимер ярсыҡ — яра төбөндә, Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә, 1955 Тяжелый снег идет три дня (Перевод на русский язык) Тяжелый снег идет три дня. Три дня подряд, Три дня подряд. И ноет рана у меня

Читать далее →

Өс мөғжизә мине әсир алды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Өс сер мине уйға, шомға һалды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға. Төбө күренер бына асылыр ҙа. Ҡатын кеше генә Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында. 1977 Три чуда пленили меня… (Перевод на русский язык) Три чуда

Читать далее →

Беҙ ҡауышҡан көндө һуғыш сыҡты, Туйҙан яуға киттем мин ул көндө. Тау ҡәҙерле ҡайғы ҡалдырҙым да Алып киттем барлыҡ өмөтөңдө. Һин ике ҡат һүнеп тоҡанғанһың,— Ике тапҡыр үле хәбәре алғас. Өмөтөң һаман ҡалған өсөнсөгә, Мине ҡаршыларға, яу туҡталғас. 1956

Әсә ҡарынынан сығып, кеше Ер ҡарынына керә. Шул арала йә ул донъя ҡора, Йәки ғүмер һөрә. 1964

Айырылышыу минутында Гел шулай тиһең миңә: — Әйтә алмай ҡалдым һүҙемдең Иң кәрәклеһен генә. Йәшәлмәгән ғүмер бит ул — Әйтелмәгән шул һүҙең, Алдағы өмөт, яныуҙар, Мөхәббәтең һәм үҙең. Мәңгегә оҙатҡанда ла Һин әйтһәң ине миңә: Ҡалды шул, ҡалды һүҙемдең Иң кәрәклеһе генә.

Һөйөү нимә? — тинем ир кешегә. — Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү. — Һөйөү нимә? — тинем мин ҡатынға. — Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү. 1977 Что такое любовь, я спросил… (Перевод на русский язык) — Что такое любовь? — я спросил у мужчины однажды. — Ради женщины, — ответил он мне, — пройти через

Читать далее →

Һәр аҙнамдың ете көнө Ете шәмдәй йым-йым итә, Моңдар сәсеп, ете төнө Ете көмөш ҡылды сиртә,— Һинең менән бергә саҡта Тыуған яҡта. Һүнгән шәмдәй һәр бер көнөм, Өҙөлгән ҡыл — һәр бер төнөм,— Һинән башҡа, яңғыҙ саҡта Ят тупраҡта. 1966

Һин киттең. Мин янып ҡалдым. Күләгәңә бер ҡара. Мин янамын. Шуға һинең Күләгәң алдан бара. 1978

Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса. Төнгө тымыҡ күлдең буйында Пар-пар булып йоҡлай аҡҡоштар, Муйындарын һалып муйынға. Улар йоҡлай. Ҡоштар бәхетен Өркөтмәҫме өндәр ҡағылып? Ҡоштар бәхет сиккән сәғәттә Уттар йотам, һине һағынып… 1973

Һыуһағанда, онотторҙоң һыу барлығын, Өшөгәндә — уттың йылы йомартлығын; Ҡара төндә онотторҙоң ай хаҡында, Зәһәр ҡышта онотторҙоң май хаҡында; Эш өҫтөндә һин бит мине ялһыҙ иттең, Өмөтөмдөң диңгеҙҙәрен ярһыҙ иттең; Тик үҙеңде күҙ асып күҙ йомғансы ла Онотмаҫҡа мәжбүр иттең — бер тамсы ла. 1959

Һинең тыуған ерҙәреңдә булдым, 1954   В краю моей любимой (Перевод на русский язык) Я побывал в краю моей любимой. Его весну я долго в сердце нес. Здесь детство с милой пробегало мимо Веселых подрастающих берез. Быть может, я иду сейчас, ступая В ее когда-то промелькнувший след. Здороваясь с березами, не зная, Что им, как

Читать далее →

Һин тотаһың беләгемдән, Инде тайҙым тигәндә, Һин тыяһың күҙ йәшемде, Инде тамды тигәндә. Яндыраһың танһығымды, Инде ҡанды тигәндә, Терелтәһең йөрәгемде, Көлгә ҡалды тигәндә. 1977

Һин йоҡлайһың. Йоҡоң шундай тыныс Иртә таңда. Һулышыңдан дәрт орлоғо шыта Минең каңда.Нисәнсе ҡат һоҡланамын һиңә Иртә таңда. Нисәнсе ҡат йыр яҙамын һиңә Иртә таңда.Ҡайҙа ғына китеп, ни күрһәм дә Инде алда, Табынырмын бары һиңә генә Иртә таңда, Иртә таңда, Иртә таңда…1977   Ты спишь… (Перевод на русский язык) Ты спишь. Как спокоен твой сон

Читать далее →

Һауалағы бөркөт һымаҡ, Ғорур инем. Йәш инем. Бар донъяға баш бирмәнем, Мөхәббәткә баш эйҙем. Үтте йәшлек, елеп үтте. Артында туҙҙы туҙан. Хәҙер инде уҙыр юлды Туҙан туҙҙырмай уҙам. Тик бөгөлмәҫ билем Хатта Пәйғәмбәр Мөхәммәткә, Нескә талдай бөгөлә ул Һаман шул Мөхәббәткә. Юл осланыр… Ап-аҡ ҡарға Ҡапланырҙар түбәләр. Шул саҡ бер юлы әйтелер Әйтеләсәк тәүбәләр. Әммә

Читать далее →

Хәсән Туфанға Һандуғасҡа ниңә буй-һын, Нимәгә уға биҙәк? Таңда бер һайрап ебәрһә, Биш ҡат өҙөлә үҙәк. Шағирға ниңә чин кәрәк, Нимәгә уға титул? Батшалар ятлап алырлык Шиғырҙар яҙа бит ул. 1968 К чему красота соловью… (Перевод на русский язык) К чему красота соловью, Узоры и жар оперенья? Затянет он песню свою, И всех обожжет его

Читать далее →

Ҡышҡы юлдан аҡбуҙ килә, 1963

Ниндәй йыл был? 1Даугава — Көнбайыш Двина Рига, 1957

Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе Төнгә ҡаршы бүләк итәләр. Шуға күрә шиңгән сәскә менән Ҡаршылана байтаҡ иртәләр. Бер ҡатлыраҡ шаян саҡтарымда Ул хистәрҙе мин дә татыным, Сөнки төнгә ҡаршы Төнгө һуҡыр Сәскәләрҙе мин дә ташыным. Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам, Ысыҡ кипмәҫ борон гөлдәрҙә; Ҡояш сыҡҡан саҡта, сәскә ҡуям Ул баш һалған йомшаҡ мендәргә. 1964

Ҡалпынаһың, ашҡынаһың, Күҙҙәреңдә нур ғына; Эй, йәш егет, йөрәгеңдән Ниндәй шатлыҡ урғыла? — Янып-шашып, янып-шашып Булдым ғашиҡ!.. — Сал сикәле уҙаман ир, Ниңә ауыр ҡанатың, Ниндәй хсрәт төштө һиңә, Ниңә моңһоу ҡарашың? — Янып-шашып, янып-шашып Булдым ғашиҡ… 1970

Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара, Ҡап-ҡара сәс шунан ағара. Һәм ҡап-ҡара тупраҡ — ер төҫө, Аҡ сәскәләр биҙәй ер өҫтөн. Әгәр ҡайғы күрһәң бер үҙең: — Ах, сал баҫҡан,— тимә,— ер йөҙөн! 1957

Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм — Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ. Боҙолошоу — сирек әжәл. Әжәл менән һынашмағыҙ. Араларға ышанмағыҙ, Ваҡыттарға таянмағыҙ. Айырылышыу — ярты әжәл. Әжәл менән шаярмағыҙ. Ә шулай ҙа, һөйөү барҙа, Төҙәлмәҫтәй яралар юҡ. Һөйөү һүнһә, кеше үлә. Әжәлдәрҙән саралар юҡ. 1977 Влюбленные, к вам обращаюсь… (Перевод на русский язык) Влюбленные, в упреках пыл умерьте, Боль

Читать далее →

Яҙылмаған, һыҙылмаған Мөхәббәт ҡанундары Шатлыҡ килтерә әрнеүҙәр, Туңдыра яныуҙары. Ҡараңғы яһай көндәрҙе, Төндәрҙе яҡты итә. Яртыларҙы бергә ҡуша. Бөтөндө ярты итә. Ваҡытҡа ҡояш баш түгел, Уға мөхәббәт хужа. Айы йылдарға тартыла, Көнө сәғәттә уҙа. Шағир әйткән: «Уның өсөн Оло ла, кесе лә юҡ…» Ә ғәмәлдә ни еттелә Бик улай эше лә юҡ. 1977

Бер пароход, төтәй-төтәй, 1964 Берега остаются (Перевод на русский язык) По Белой, басистый и гордый, Смешной пароходик чадит. В лаптях, В тюбетейке потертой На палубе мальчик сидит. Куда он — с тряпичной котомкой? К чему направляет свой путь? Лишь берега дымная кромка Да Белой молочная муть Вдали. И на воду большую Глядит он и все

Читать далее →

Йәйге ямғыр, көмөш булып, Һибелгән саҡта, Название на русском (Перевод на русский язык) Мальчишка без шапки бежал под дождем, Смеясь, крутя головой. «Вырасту»,— думал. И дальше бежал Вровень с плакун-травой. Он вырос. Летний дождь никогда Помехой не был в труде,— С распахнутым воротом он стоял Без шапки на борозде. В годы засухи вместе с землей

Читать далее →

Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм, Юлдарым һиңә бара. Йылдарым япраҡтай ҡойола, Тик яҡынаймай ара Юлдарым һиңә бара. Йылдарым япраҡтай ҡойола, Тик зарланыр юҡ зарым! Бик урау-урау булһа ла, Һиңә бара юлдарым. Зарланырға юҡ зарым. Тимәк, мин әле һөйәмен, Шул юлдан киләм икән, Тимәк, мин әле йәшәйем, Әгәр ҙә һөйәм икән, Юлымдан киләм икән. 1964

Эшләнмәгән эштәр ҡала, Ҡалған эшкә ҡарҙар яуа. Үтелмәгән юлдар ята, Ул юлдарға тауҙар ауа. Үткәндәргә ҡарҙар яуа, Тыңланмаған йырҙар ҡала, Йөрәктәргә ҡандар һауа. 1977

Эй Мөхәббәт! Тилерткес бер яҙҙа, Һандуғаслы яҙҙа Сағылда Исемеңде аҡ ҡайынға сыйҙым Әле малай ғына сағымда. Зәһәр ҡышта, ҡулыма ҡуҙ алып, Боҙға яҙҙым — түгел заяға. Елдәр менән яҙҙым диңгеҙҙәргә, Йәшен менән яҙҙым һауаға. Ғүмер буйы аҡ ҡағыҙға яҙам Йә әрнеүле, йә шат мәлдәрҙә. Яҙырҙарға миңә яҙмаһын тик Исемеңде ҡара мәрмәргә… 1977

Күтәрелдем бейек түбәләргә, Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар. Тауға ҡарап, тау булаһым килде. Ах, хыялым минең — шул тауҙар.Диңгеҙ кистем. Тулҡындар, һеҙ ниңә Йөрәгемә бәреп индегеҙ? Индегеҙ ҙә ҡабат тынманығыҙ. Ах, хыялым хәҙер — шул диңгеҙ.Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә, Һәр бер һулышыңды тоямын. Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең Тик һаман һин минең хыялым. 1969  

Утыҙ көн һинһеҙ мин, утыҙ төн, Утыҙ тәүлек, тимәк Әйтерһең дә, утыҙ даръя кистем Бер береһенән киңерәк. Гүйә, утыҙ тауға мендем мин Бер-береһенән бейек, Утыҙ таң ҡаршыланым, утыҙ туңып, Утыҙ ҡабат көйөп. Утыҙ шигем, утыҙ өмөтөм, Утыҙ уйым — бер һин. Минең кеүек һөйгән кешеләргә Сабырлыҡтар бирһен. 1958 Тридцать дней без тебя и тридцать ночей…

Читать далее →

Зая үткәндә, түлһеҙ хыялдарҙы «Төтөн» тибеҙ, тимәк, буш, тибеҙ. Көҙгө урманда бына усаҡ яҡтым, Усағыма рәхим итегеҙ.Тартынмағыҙ. Йылыһын да бирәм, Яҡтыһын да бирәм ҡуш ҡуллап. Тик тыңлағыҙ — ҡалай йырлай ялҡын, Ҡалай илай төтөн, һулҡылдап. Ғүмер баҡый ут эсендә булдым — (Буләкме был әллә язамы?) …Күрҙем, ялҡын — яныу ҡыуанысы. Белдем, төтөн — яныу ғазабы.

Читать далее →

Украина. Ағастарын һығып 1943 Украина (Перевод на русский язык) О Украина! Ветви наклоня, Вся в яблонях, плывет твоя долина. Сапер отрыл траншею для меня, Твои цветы засыпав, Украина! Нет, не тиха украинская ночь! Она дрожит, она к земле припала. Я так спешил, чтоб яблоням помочь… Трясется сад от пушечного шквала. И чудится, что яблоня ко

Читать далее →

Йәшеренмә һин йәшендән, Дауылдан ҡасма, Йәйҙең хәтәр төндәрендә Тәҙрәңде ас та — Күкте күҙәт, тирбәндермәй Керпек осоңдо, Бик яҡын итеп хәтерлә Йыраҡ дуҫыңды. Йәшен юйһын бүлмәңдәге Төндөң ҡараһын, Һибелдереп сәстәреңде Дауыл тараһын. Дауыл… дауыл! Ул бит минең — Тере хәбәрем, Яҡын йәшен, яҡты йәшен — Минең сәләмем. Мин һулармын, ерҙә дауыл Тынмаһа әгәр, Мин янырмын,

Читать далее →

Тәбиғәттә шундай миҙгел бар: Ел тынғас та, япраҡ тирбәлә, Ҡояш бата тауҙар артына, Нуры бүленеп ҡала түбәлә.Тәбиғәттең шундай миҙгелен Күрһә ине минең йылдарым: Мин киткәндә, берәй быуатҡа Бүленеп ҡалһа ине йырҙарым. 1970  

Ташлап киттең мине, йөрәгем. Йөрәкһеҙ бар кемгә кәрәгем? Гүйә, ҡашы төшкән йөҙөкмөн, Аты йығып ҡасҡан егетмен. 1957

Һин яҙаһың: «Йылдар, юлдар буйлап 1945 Цветы на камне (Перевод на русский язык) Ты пишешь мне в печали и тревоге, Что расстоянья очень далеки, Что стали слишком коротки и строги Исписанные наскоро листки, Что дни пусты, а ночи очень глухи И по ночам раздумью нет конца, Что, вероятно, в камень от разлуки Мужские превращаются сердца.

Читать далее →

Тауҙар кешеләр шикелле — Бейек булған һайын 1964

Был айлы төн аҡыл ярһытырлыҡ. Сихырының юҡ сиге, иҫәбе. Нур төштө лә ысын алмас итте Юлда ятҡан быяла киҫәген. Юлда инем. Гүйә, елдәр алды Бөтә шомдо, бөтә яфаны — Нурың төштө, йәрем, яҙмышыма. Баҡыр инем. Көмөш яһаның. 1978

Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен, Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен. Хаҡлымындыр, тимен, үҙемде әгәр Сағыл имәненә оҡшатһам, — Тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл Мәскәү менән барып тоташҡан. Замандар бик хәтәр мәлдә Мәскәү Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән, Һәм рус халҡы минең яҙмышымды Үҙе яҙмышына иш иткән. Рус түгелмен, ләкин россиян

Читать далее →

Поэт ты выше гор, Поэт ты ниже трав, Медлителен и скор – Во всем всегда ты прав…Ты времени порыв, Приторможен слегка, Покорен и строптив, Владыка и слуга… …О время, я дитя Твоё – и сирота. Встревожен не шутя И плачу неспроста: Заключены во мне Весь мир и каждый миг. В закатной тишине Я истину постиг.

Читать далее →

Осраштыҡ беҙ ниңә һинең менән, Ниңә үтә һуң? Эй һин ғүмер, ниңә бергә түгел, Арабыҙҙан ғына үтәһең? Айырылышҡанбыҙҙыр, бәлки, иртә, Бэлки, үтә иртә. Орлоҡ ҡойған мәлдә ҡайсаҡ гөлгә Ел ҡағылып үтә. Парлап төшкән ике орлоҡтоң береһен Алып китә алыҫ. Ел — уҙғынсы. Нимә уға һөйөү, Нимә уға һағыш. Ярай әле һине ташламаған Үтә йыраҡҡа. Сал

Читать далее →

О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы Батыр яһап, солтан ир иттең. Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы Балауыҙҙан былай иреттең. О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе, Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең, Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға Һандуғастай һайрар тел бирҙең. О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы Донъя тамуғында яндырҙың. Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып, Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың. 1973 О любовь!.. (Перевод на русский язык)

Читать далее →

Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла, Ҡырҡ эшем ҡырылып ятып ҡалһа ла, Һуғыр аҡтыҡҡы сәғәтем бер заман, Һәм мин китеп тә барырмын донъянан. Яҡтырыр һаман хәүефһеҙ был йыһан, Ҡуҙғалмаҫ хатта ерҙәге бер туҙан. Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр, О, мин наҙлы, күтәреп үк илтерҙәр. Күтәрһендәр! Тау хәтлеге йөктәрҙе Тере саҡта эһ тә итмәй күтәрҙем.

Читать далее →

Руш омыл мый, но россиянин. Ынде Мый эрыкан, виян, лӱдде ойлем: Ужар мый тумо семын кӱшнӧ кушкым, Россий эҥер вӱдлам йӱын илен. Шке илыш дене кугешнен кертам мый — Ик пӱрымаш руш дене мыланна. Пырля ныл курым подвиг-влак, чап дене Вожге мемнан кылдалтыч тукымна. Москва шукерте, келшымаш йӱкемым колын, Вашеш пелештыш, вий дене темалт. И

Читать далее →

Янып һүндең. Шунан белдем: Көлдәр яуҙы сәсемә. Сәстәремә көлдәр яуҙы, Тоҙ өҫтәлде йәшемә. Йәштәремә тоҙ өҫтәлде. Күңелдәрем тулы моң. Моңдарымды, ҙарҙарымды Кемдәргә һөйләрмен һуң? Кемгә һөйләрмен? Серҙәрем Һаман бата эскәрәк. Хатта яңғыҙлығыңды ла Һөйләргә кеше кәрәк… 1978 Грустная песня (Перевод на русский язык) Ты сгорела… Уж не оттого ли Пепел лег на волосы мои? Пепел

Читать далее →

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, Ир ҡанаты ат була… Аҡбуҙымды мин төшөмдә күрҙем: Госпиталь, 1942 Мой конь (Перевод на русский язык) Мне снился конь мой, друг крылатый, Товарищ верный бранных дел. В мою больничную палату Он, словно молния, влетел.Заржал он, рад со мною встрече, И пена капала с удил. И человеческою речью Со мной мой конь

Читать далее →

«Мине тағы ташлап китәһең…» — тип Бойоғаһың оҙатып ҡалғанда. Йәшәп булмай гел ҡауышып ҡына Походлы һәм даулы заманда. Океандарға сыҡһа, караптар ҙа, Дауыл үтеп, ҡайта ярына; Караптарҙа китһәм, кире ҡайтам Тыуған илгә, һинең яныңа. Самолеттар алып менһә мине Болоттарҙың өҫкө яғына, Ваҡыт еткәс, тағы ергә төшәм, Ергә, тимәк, һинең яныңа. Ҡайҙа булһам да мин, илем

Читать далее →

Эйәрләне атай, ялын үреп, Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын, Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын. Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! Ышан, атай, һин эйәрләп биргән Аҡбуҙатым минең абынмаҫ, Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй, Һуғарырмын дошман ҡанында. Йыуырмын мин фашист ҡаны менән Илем күкрәгенең яраһын, Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым. Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,

Читать далее →

Ямғыр ҡатыш һибелә талғын ғына 1953  

Күпме йылдар инде йөрөтәмен Һине йөрәгемдә, Йөрәгемде ҡаты сәнсеү алды Ҡапыл үткән төндә. Әллә ауыр ҡайғың бармы һинең? Әллә бармы шигең? Ә мин ҡуртҡым, юғалтам тип һине, Йөрәк ҡуйһа шиңеп. 1956

Күктә ай — алтын умарта. Ә йондоҙҙар — күс иле. Бар йыһандан йыйып, улар Нур ташыйҙар, гөж килеп. Ай тулып та килә, ҡара! — Башланыуға ни ара. Былай булғас, йондоҙҙарҙың Эше ырамлы бара. 1966

Кешеләргә яман төштәр керә… Имеш, ерҙе атом уртәгән, Океандарҙы быуға әйләндергән, Тауҙарҙы саң итеп күтәргән. Кешеләргә яман төштәр керә… Хаким булған, имеш, диуана, Ә ғалимдар, диуананы хуплап; «Аҡыл эйәһе!» — тип ҡыуана. Кешеләргә яман төштәр керә… Һөйөү әүерелә хатаға, Дуҫ тигәне хаин булып сыға, Ул хыянат итә атаға… Кешеләргә яҡшы төштәр керә… Ерҙә, имеш, асыу,

Читать далее →

Ваҡыттарҙы, араларҙы Еңмәк булып ҡабаландым. Еңмәҫ борон, саңдар ҡағып, Оран һалып, һауаландым. Йәнәһе лә мин әжәлһеҙ, Ҡояшҡаса һалам күпер, Мин башлаған утлы юлдар Йыһандарҙы ярып үтер. Иркем булғас, тарихтарҙы Меңәр йылға йәшәрттем мин. Хыялымда кешеләрҙе Киләсәктә йәшәттем мин. Күп алыштым, күп бирештем Был тормоштоң ағымында. Баҡһаң икән, сәбәләнәм Заманымдың ҡарынында. 1988

Йөҙҙәреңә ҡыйып ҡарай алмайым, Ә үҙемде ҡыйыумын тип алдайым. Ҡарағаным бар мин аҫыл нур-ташҡа, Нәҡ түбәлә янып торған ҡояшҡа. Бәхет менән осрашҡан бар йөҙгә-йөҙ, Үлем менән ҡарашҡан бар күҙгә-күҙ. Тимәк, матурлыҡ барынан өҫтөндөр, Матурлыҡ — ул үҙе һинең төҫөндөр. Бына шуға ҡыйып ҡарай алмайым, Юҡҡа үҙемде ҡыйыумын тип алдайым. 1956

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең. Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ. Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул, Бер саҡ килер үлем — ят ҡунаҡ. Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә Йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ. 1956

Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә, Аяҡ тауышы тынғас.Ниңә шулай? Бит йылғалар Көндөҙ ҙә аҡмай тормай, Төнөн серләшкән йөрәктәр Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.Таң һыҙыла. Ә йылғалар Һаман да шылтыр-шылтыр… Күрәһең, инде йыһандың Ғишыҡ сәғәте шулдыр.1960   Ночами разговаривают реки (Перевод на русский язык) Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә,

Читать далее →

Иҫке һүҙҙәр иҫкермәһен өсөн — Ҡабатларға кәрәк. Йырҙан йырға күсһен өс бөйөк зат — «Ватан», «Һөйөү», «Икмәк». Ҡорал алһам йәки йыр сығарһам, Йәки иген икһәм, Ғүмер баҡый хеҙмәтсегеҙ булдым, Ватан, Һөйөү, Икмәк! Бер валсығын, хәләл бер осҡонон Әгәр харам итһәк, Мең ҡәһәрләр беҙҙе, мең ҡәһәрләр Ватан, Һөйөү, Икмәк. 1981 Чтоб старые слова не устарели (Перевод

Читать далее →

Иылан зәһәр булыр өсөн Ағыу эсмәй, Аҫыл сәскә һуттарынан Ағыу эшләй. Һине маҡтап, тәмләй-тәмләй Шәрбәт эскән — — Был, моғайын, умарталыр,— Тимә эстән. 1968

Истамбулда киске аҙан Шундай моңһоу саҡыра: — Мосолмандар, ғибәҙәткә Бер тәңребеҙ хаҡына!.. Мин — уҙғынсы. Мин сит бында. Миңә түгел был аҙан. Мөхәббәтем илһам бирһә, Үҙем доғалар яҙам. Асылы ят күңелемә Күктән килгән әмерҙең. Мин әйтәм үҙ аҙанымды: — Хәйерле төн, ҡәҙерлем!.. 1965—1977

Еңеүҙәрем, уңыштарым булды, Бүләк алдым, хөрмәт татыным; Менмәһәм дә, һыйпағаным булды Алтын ялын шөһрәт атының. Тик тырыштым иреп төшмәҫкә мин Килеп китер шатлыҡ ҡаршында. Сөнки бәхет була тиҡ иртәгә, Тылсымлы ил — диңгеҙ артында. Ләкин булды бер саҡ бәхетемдән Түбәләрем күккә тейгәне. Ул көн миңә: «Иң бәхетле кеше Ерҙә мин ул!» — тине һөйгәнем. 1970

Ҡараңғылыҡ, оло бөркөт һымаҡ, 1942

Ейән — йәш арыҫлан. Бар ҡеүәте Тимер тырнағында. Атаһы — йөк аты. Бар мөлкәте Алтын тояғында. Олатаһы — терпе. Уның инде Хәле аяныслы: Тырпайырға торған энәләре — Барлыҡ таянысы. 1970

Өндәреңдә яҡшы кешеләр күр, Төндәреңдә татлы төштәр күр. *** Йылын түгел, хатта айын, Аҙнаһын Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә Яҙмаһын. *** Әгәр Аҡыл була икән Энең хатта, «Һеҙ» тип кенә өндәш уға Һәр ваҡытта… Әгәр Талант була ҡалһа Һинең әшнәң, Ғәйеп түгел, уға «һин» тип Һүҙ өндәшһәң. 1967

Дуҫтар, дуҫтар! Таралышмай, Тарҡауландыҡ, Балҡып түгел, быҫҡып яныр Көнгә ҡалдыҡ. Хатта ағас, хатта утын — Күрсе, ана! — Өйөбөрәк бергә яҡҡас, Дөрләп яна. 1967

Доңъяның йөҙө күренмәй — Донъяға томан төштө. Иртә томан, кис тә томан — Мәңге таралмаҫ төҫлө… Төшкән томан күтәрелде. Булған да кеүек түгел. Аяҙыуыңды сабыр көт, Эй күңел! Күңел… 1977

Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым. Бер-береһенә ҡуйып наҙлы башын, Гөлдәр йоҡлай ине түтәлдә. Тик бер ләлә ситкә эйгән тажын, Эргәһендә йәре булмағастын, Сер бирмәгән, ахры, бүтәнгә. Сәскәләргә ҡарап шул мәлдә, Хайран ҡалып торҙом мин — бәндә. 1958

Туҡмаҡ саҡлы ғына бер кәүҙә Мыш-мыш килеп ята биләүҙә….Муйыл сәскә атҡан эркелеп, Күктә йәш ай тора бер телем. Шул сәскә һәм айҙан кесе һин, Тыуҙың икән — инде кеше һин. Күҙҙәрең бар, әле нур күрмәй, Ҡолағың бар, уға моң кермәй. Әйтеләсәк һүҙең — телеңдә, Янасаҡ ут — йөрәк төбөңдә. Әлегә һин бахыр бер кәүҙә, Ятаһың

Читать далее →

I Ниндәй мең йыл хәҙер урамда? — Бер мәл шағир шулай һораған. Тимәк, әле ул саҡ Ваҡыт булған, Тимәк, ерҙе ҡояш ураған, Тимәк, елдәр үҙ яйына иҫкән, Ҡар-ямғырҙар яуған болоттан. 1990 Век (Перевод на русский язык) I В смятенье вопрошал поэт: какое У нас тысячелетье на дворе?.. Еще тогда, не ведая покоя, Кружась, вставало солнце

Читать далее →

Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде. Ерҙең өҫтө — йәшел бер тамаша. Гөлйемештәр ҡабат сәскә атты. Сәскәһенә ҡарап, күҙ ҡамаша. Эй, һоҡландыҡ, шашып, хайран ҡалдыҡ Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәтенә. Мин, дәртләнеп, хатта бер йыр яҙҙым Көҙөн атҡан сәскә хөрмәтенә. …Ошо көҙҙә сал ир ғашиҡ булды. Үҙе бойоҡ, үҙе ҡыуана. Беҙ ғәйепләп көлдөк — аҡыллылар. Йәлләп иланы тик

Читать далее →

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр, Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле. Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше? Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?! 1965 Неизвестный солдат (Перевод на русский язык) Памятник поставлен, говорят, Этот неизвестному солдату… Память, не известен ли солдат? Может, знала ты его когда-то? Мы в атаку вместе поднялись, Пули вместе с ним меня достали. Я воскрес на время…

Читать далее →

Батыр күрһәм, шул батырлыҡ тигән Тауға менгем килде; Дан ҡапҡаһы күрһәм, шул ҡапҡаны Шаҡып ингем килде.Ҡош һайраһа, ошо моңло ҡоштоң Йәне булғым килде; Илдәге бер иң сибәрҙең Һөйгән Йәре булғым килде. …Өсөнсө ай инде ямғырҙар юҡ, Иҫә афәт еле. Ерем көйә. тик бер генә яуыр Ямғыр булһам ине. 1958  

Аҡыллыға серем систем — Үҙе теләп Улы итте; Бер ахмаҡҡа серем систем — Теләмәҫтән Ҡоло итте. 1970

Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм. Күҙ йәштәре тама аҡ туҙға. Ниҙәр булды икән, ниҙәр генә Ун етеһе тулған был ҡыҙға? Һут ҡайнаша, урғып һут ҡайнаша Үҫеп буйға еткән ҡайында. Ниңә шулай иләҫләнә икән Ҡайындар ҙа апрель айында?Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм. Ниндәй ғазап. Ниндәй әрнеүҙәр? Әле генә уға: «Һөйәм»,— тине Ун һигеҙе тулған Әнүәр.Бына шуға,

Читать далее →

Ағиҙелдә аҡ пароход… 1946 По Белой белый пароход… (Перевод на русский язык) С моей любимой уплывает По Белой белый пароход. Он сердце больно разрезает, А не волну вечерних вод. Волна вскипела и умолкла, И солнце скрылось за рекой. Тот пароход увез надолго Мою любовь и мой покой. В тревожном, трепетном смятенье Поют над Белой соловьи.

Читать далее →

Ас кешегә аҫыл таш һонғандай, Матурлығың һинең, хөр һының. Уға бары ябай шатлыҡ кәрәк, — Уға икмәк кәрәк бер һыныҡ.

Айырылыу юҡ һөйгән йөрәктәргә, 1949

Not Russian me But I live in Russia And Russia’s rivers Gave me strength. I grew as oak-tree on the mountains And now I’m free I know and I’m strong I’m so proud of my own life And with the Russians We’ve got one fate. For centuries in deeds and glory We’ve lived with Russian

Читать далее →

Аямағас донъя сабый саҡты, Ун етелә мине тапҡанһың да, Мин етелә — Шартау битендә — Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ… Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй? Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә. Моңланып бер кәкүк саҡырғанда, Үҙең янып бирҙең салғымды. Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры Үҙ салғымда уйнап сағылды. Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй, Көлөмһөрәп минең

Читать далее →

Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ, Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа? Ышанысты улай алдамайҙар, Хаҡ һүҙ әйтһәң — миңә шул баһа. Һөйҙөм һине өнһөҙ, өмөтһөҙ мин, Булмағандыр, бәлки, еңелдән: Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты, Аҡтарылып, янған күңелдән. Әммә мин ғорур ҙа була беләм: Әйләнермен бер таш ҡаяға. Тик баш эймәм һай холоҡло һыуға, Булыр әле ташты аяған…

Читать далее →

Өс имәндең араһында үҫкән Һылыу һынлы ҡайын шикелле, Өс ир бала араһында үҫтең Кинйә бала булып һин, һеңлем… Һин күрмәнең, һеңлем, һин белмәнең Ниндәй икәнен дә атайҙың. Тик бер әсәй генә, бөтә көсөн Беҙгә биреп, иртә ҡартайҙы. Һеңлем минең, уңған күбәләгем, Һиндә күрәм әсәй йәшлеген. Уның өсөн дә һин бәхетле бул, Был йәшлектең белеп ҡәҙерен.

Читать далее →

Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә Яҙ яҙа шиғырҙарын: Ел ҡәләме елеп йөрөй, Һирһеп ҡояш нурҙарын. Яҙ шиғырын илһамланып Уҡый ҡоштар, йылғалар. Хатта, иреп, тау-таштар ҙа Күҙ йәше ағыҙалар!.. Яҙ йырсы ул, яҙ рәссам ул, Төрлө моң, өн, буяу ул. Яҙ йоҡламай, ижад итә, Һин дә, шағир, уяу бул. 1961

Боҙло төндәй мәмерйәнән сыҡтым, Күҙ сағылды сағыу ҡояшҡа. Йәш япраҡтың йәшкелт томанында Ер менән күк килеп тоташҡан. Ҡая таштай ҡатып, ҡарап торам Тауға менеп килгән ҡайынға. Шул аҡ ҡайын үҫкән ҡыраста бит Еләк йыйған эҙең ҡайылған. Эҙҙәренде юллап килеп сыҡтым Балалығың ҡалған ереңә. Үҙең булмаһаң да, бынау ҡайын Ҡайтҡан үҙең төҫлө күренә… Бәй, ни булды?

Читать далее →

Шағир — бер тамсыһы икән үҙ халҡының, Тамсы һөйләр хаҡында. Шағир — шаңдағы ул заманының, Һәм көсө лә уның халҡында. 1968

Хәрәкәткә кәрәк хәҡиҡәт, Тик үлсәһәң һәр бер миҡдарын, Хәҡиҡәт тә түгел бик ҡиммәт, Ҡиммәт уға барыр юлдарың. Эҙләр булһаң — ҡара алыҫҡа, Төҙөр булһаң — ятма ояла. Донъя сикһеҙ бөтә тарафҡа, Бөтәһе лә мөмкин донъяла! Ҡәһәрләп тә уны, һөйөп тә, Ҡосаҡҡа ал ташҡын ағымын. Тик күҙәтмә уны бейектән, Тыуыр көнгә илтһен аҙымың. Айырмайса хаҡтан ялғанды,

Читать далее →

Геолог ҡыҙ, көн дә кискә ҡалып, Палаткаңа арып ҡайтҡанда, Рюкзагыңда ниндәй таштар улар, Ауыр түгелме һуң арҡаңда? Көн оҙоно тау-таш айҡап шулай, Сүкеш менән ни һуң ҡаҙының? Сүкешһеҙ ҙә, йөрәгемә баҡһаң, Табыр инең берәй хазина!..

Ниңә ҡәҙерле һуң был ут миңә! Тағы шәмде һелкеп ҡарайым. Дым сайпылған ошо шәм янғанда, Ҡояшым бар минең, бар айым!.. Сайпылыуы әле һәлмәк кенә — Тимәк, мин йәшәйем, мин тере! Был сайпылыу еңеләйгән һайын, Арта бара уның ҡәҙере… Яҙам-яҙам!.. Хыялланам һаман, Янам-янам бергә шәм менән. Көндөҙ атта эйәр ҡырған тәнде Яҙылдырам ошо йәм менән. Тик

Читать далее →

Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл Атай өйҙән сығып киткәнгә. Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә… Тик әсәйем һаман төштә күрә Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы. — Ҡайтҡан, имеш, — тиеп һөйләй-һөйләй, Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы. Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап, Төшөн һөйләй тағы — бер үк төш: — Хас элекке төҫө… Кейеме лә

Читать далее →

Тәҙрәң аша ҡарай Һоро урман… Һоро урман — минең күңелем. Тик онотма: Унда, Ҡар аҫтында, Яҙ күрке бит ята күмелеп. 1962

… Ә шулай ҙа һин ғәҙелһеҙ миңә, Бөтәһе лә булды үҙеңдән: Үҙең әйҙәнең бит боҙ ямғырын, Йыртып алып күңел күгемдән. Миңә әйткән ихлас һүҙҙәреңде Ҡабатлағас үҙең башҡаға, «Минән дә ул арттырҙымы?» — тиеп Бер тутыйғош хатта баш ҡаға…

Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар: Әкиәттә түгел — тормошта. Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп, Ышанмайһың уға тәү башта. Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың, Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып, Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты. Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк, Ем-ем нурын һирпә тажынан. Ышанмайым уны таш тигәнгә, Яһалһа ла Урал ташынан!.. Кем үҫтергән һине шулай итеп? Был

Читать далее →

Тал сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды, Күҙҙәреңдең моңһоу ялҡынын Нисек күрмәҫкә һуң, күҙем булып, Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым! Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым, Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем. Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем,— Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем. Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ, Ситтән генә һине күҙәтеп: Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу, Эйелеүең сәскә өҙәм тип!.. Һин үҙең

Читать далее →

Алла ла, батша ла, батыр ҙа – Азат итмәҫ бер кем беҙҙе. Бары үҙ ҡулдарыбыҙ менән Яуларбыҙ үҙ иркебеҙҙе. «Интернационал» I Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап, Илем минең изге ителә. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә, Мең туғыҙ

Читать далее →

Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән Тағы атты ерҙә яңы таң… — Беҙҙең кеше атлай ғаләмдә! — тип, Һөрән һалды илгә Левитан. Оса ике батыр! Улар ҡайтыр, Үтәп тағы илем ҡушҡанды. Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы, Көйөндөрөр тағы дошманды. Күр һин, дошман: беҙҙең дөрөҫлөк был! — Ҡояш булып күккә олғашты. Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин, Мөмкин түгел ҡаплау

Читать далее →

Нур ҡалмаһа күҙеңдә, Йыр ҡалмаһа үҙеңдә, Ни ҡыҙығы донъяның — Ҡошсоғо юҡ ояның?.. 1962

Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын! Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым. Һағынып килдем һине күрергә, Һорап хәлкәйеңде белергә. Туң да икән әле тупрағың, Шауламай ҙа икән япрағың. Яңы ғына аҡ ҡар асылғас, Һының әле һинең яланғас… Икенсе бер һиңә килгәндә, Һинең менән уйнап көлгәндә, Умырзая беҙҙән көнләшер, Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер. Тик ҡағылмам умырзаяға, Былай ҙа бит ғүмере

Читать далее →

nashi-stihi.ru

Стихи на башкирском языке "1

Белем байрамы ( 1- се класс )

1. Бөгөн тәүге көҙ айы,

Ниндәй шатлыҡлы иртә!

Ҡояш, ихлас йылмайып,

Беҙҙе бит тәбрик итә.

2. Сәскәләр тотып ҡулға 

 Беҙ сыҡтыҡ оҙон юлға  Һәр кем белә әлбиттә Беҙ барабыҙ мәктәпкә.

3. Мәктәпкә барам, мәктәпкә!

Кем унда бармай ҡалған?

Атай- әсәй ҙә йәш саҡта

Мәктәп тә белем алған!

Бергә :Мәктәпкә барам,

Мәктәпкә.

4. Эй, мәктәбем, осоп килдек,

Аяҡ баҫтыҡ тупһаңа.

Бөгөн беҙҙә – оло байрам,

Онотолмаҫ тантана.

5. Беҙҙең ғаилә хеҙмәт һөйә,Әсәй, атай ҙа эшләй.Миндә уҡырға төшәмен, Өйҙә ятыу килешмәй.

6. Ете йәшем тулды инде,Уҡыу булыр төп эшем.Тырышып белем алырмынТашып тора бит көсөм

7. Дәрестә лә ҡул күтәреп Яуап бирермен гелән.Уҡытыусы апай бер үкБиште йәлләмә минән.

8. Мәктәпкә иң матур күлдәк,Һайланыҡ әсәй менән.Дүрткә, бишкә өлгәшерменҺеҙҙең алда һүҙ бирәм.

9 Беҙ мәктәпкә барабыҙ

Хәйер сәғәттәрҙә.

Эй. мәктәбем, өйрәт беҙҙе

Иң матур гәҙәттәргә.

10. Йөҙ һум аҡса кәрәк түгел,Йөҙ дуҫ бында табырмын.Тырышып уҡып мәктәптәЙондоҙ булып янырмын.

11. Мәктәпкә оҙатҡан саҡта Өләсәйем ҡосоп һөйҙө   Алдынғы булырға тырыш   Бәпесем бер үк тине.

12. Мин кистән үк һалып ҡуйҙым

Портфелгә дәфтәрҙәрҙе.

Теҙеп ҡуйҙым берәмләп

Пеналға ҡәләмдәрҙе.

13. Әсәйем дә,атайым да,

 Был көндө бик көттөләр.

 Балаларҙай тулҡынланып

  Мине оҙата килделәр.

14. Өлкән дуҫтар шаярталар,Ә беҙ асыуланмайбыҙ.-Сәскәләр артыннан , - тиҙәрКүренмәй бит буйығыҙ.

15. Бөгөн йөҙҙәр көләс беҙҙеңКүңелебеҙ һөйөнә.  Атлайбыҙ тәүге аҙымдар  Белем иленә.

16. Мин бит хәҙер уҡыусы,

Кәрәк миңә уҡырға

Ваҡытым аҙ ҡалыр инде

Ҡурсаҡ менән уйнарға.

17. Мы хотим скорей учиться,Подружиться с букварем!От страницы до страницыМы к весне его прочтем!

18. Мы научимся до летаРисовать, писать, считать,И всегда по всем предметамПолучать мы будем пять»!

19. А теперь, а теперьОткрывай нам, школа дверь!Принимайте в школе нас:Здравствуйте, мы —Первый класс!

Эльвина. Бүген сез мавыктыргыч, маҗаралы, ә кайчакта бик кыен да булган сәяхәткә чыгасыз. Бу сәяхәт – Белем иленә илтә. 

Салават.Ләкин бу илне карталарга карап табып булмый. Белем илен һәркем үзе ача, һәм сезгә бу ачышта ярдәмчегез,сезгә юл курсәтучегез, беренче укытучыгыз -   Хасанова Дилара Фәнил кызы булыр.

Бүген башлап басасың син

Олы белем юлына.

Белем дөньясына ачкыч-

"Әлифба” ал кулыңа.

"Әлифба”гыз – алтын ачкыч,

Аны ихлас укыгыз.

Белем белән коралланып,

Галәмнәрне байкагыз!

        

        -А, ну давай,звени, звонок

И громче, а не тише”

Да так, чтоб каждый школьник мог

Тебя, звонок, тебя, звонок,

Тебя, звонок, услышать!

 

Ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы - 1 класты тик биш билдәләренә генә тамамлаған Ғәлина Динәгә тапшырыла.

Ҡыңғырау шылтырай.

infourok.ru

Стихи на башкирском языке

Найдите материал к любому уроку,указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

Выберите категорию: Все категорииАлгебраАнглийский языкАстрономияБиологияВсемирная историяВсеобщая историяГеографияГеометрияДиректору, завучуДоп. образованиеДошкольное образованиеДругоеДругойЕстествознаниеИЗО, МХКИзобразительное искусствоИностранные языкиИнформатикаИскусствоИспанский языкИсторияИстория РоссииИстория Средних вековИтальянский языкКлассному руководителюКультурологияЛитератураЛитературное чтениеЛогопедияМатематикаМировая художественная культураМузыкаМХКНачальные классыНемецкий языкОБЖОбществознаниеОкружающий мирОсновы безопасности жизнедеятельностиПриродоведениеРелигиоведениеРисованиеРусский языкСоциальному педагогуТехнологияУкраинский языкФизикаФизическая культураФилософияФинский языкФранцузский языкХимияЧерчениеЧтениеШкольному психологуЭкология

Выберите класс: Все классыДошкольники1 класс2 класс3 класс4 класс5 класс6 класс7 класс8 класс9 класс10 класс11 класс

Выберите учебник: Все учебники

Выберите тему: Все темы

также Вы можете выбрать тип материала:

Общая информация

Номер материала: ДВ-461667

Похожие материалы

Оставьте свой комментарий

infourok.ru

Сценарий последнего звонка на башкирском языке

Һуңғы Ҡыңғырау

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар!

“Һуңғы ҡыңғырау” байрамына бағышланған тантананы асыҡ тип иғлан итәбеҙ.

Музыка “Гимн РБ”

Тантаналы линейканың хөрмәтле ҡунаҡтарын –беҙҙең ветерандарыбыҙҙы өҫтәл артына саҡырабыҙ.

Рәхим итегеҙ: Абдрахманов Мозафар Абдулла улы, Хәкимов Хисмәт Кәрим улы, Йыһангирова Гөлниса Әхмәт ҡыҙы,Ибраһим Ғәлимйән Сабирйән улы, Закирова Рәшиҙә Усман ҡыҙы,мәктәп директоры Шәйбәков Ринат Гәрәй улы, Закирова Сәүиә Шәрифулла ҡыҙы, Ибраһимова Рәфиға Варгетдин ҡыҙы,Мәһәҙиева Лира Мозафар ҡыҙы,Аитбаева Рауфа Фәрит ҡыҙы.

Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә оло байрам, оло тантана! Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәбебеҙ үҙенең ҡарлуғастарын 9 класс уҡыусыларын-ҙур тормош киңлектәренә осора. Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн.Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф,иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле-бала саҡ менән хушлашыу ; шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.

1 ук.Шундай матур көн бөгөн ,

Һулап туймаҫлыҡ һауа.

Сағыу ҡояш нурҙары

Иркәләп битте йыуа.

2 уҡ. Уҡытыусым яҡын дуҫым

Рәхмәттәрем- сикһеҙ дала.

Һинән алған аң-белемем

Ҙур тормошҡа юлдар һала.

3 ук: Эй, мәктәбем, ишектәрең асып,

ҡосағыңа мине алдың.

Белем осҡодарын күңелемә

Һүнмәҫ усаҡ итеп һалдың

4 уҡ: Яҙ тантана итә урамда

Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына.

Мәктәптәге “Һуңғы ҡыңғырау”

Һағыш өҫтәй саҡ ҡына.

Йыр “Тәнәфес”

5 ук.Нисәнсе ҡат ошо ишек алды

Йыя инде осар ҡоштарын,

Фатихаһын биреп сәләмләй ул

Киләсәккә атлар дуҫтарын.

А.б.Әйҙәгеҙ, майҙанға бөгөнгө тантананың төп сәбәпселәрен -быйылғы Ғәбдөк ауылы мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыларын саҡырайыҡ. Бына улар :(“ Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” музыкаһы аҫтында 9 класс уҡыусылары.)

Ҡотлау өсөн һүҙ уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ибраһимова Рәфиға Вәрғитдин ҡыҙына бирелә!

Алып барыусы: Хушлашаһың бөгөн мәктәп менән,

Ҙур тормошҡа аяҡ баҫаһың.

ә иртәгә яңы бурыс көтә -

донъя серен нисек асаһы.

Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, һүҙ –һеҙгә. Рәхим итегеҙ!

1. Еремдә яҙ. Ҡоштар тауышынан

Сихырланған барлыҡ тирә-йүн.

Шундай илаһи мәл,был хозурлыҡ

Беҙҙең өсөн генә күрәһең.

2.Ҡасан ғына әле һәр нәмәгә

Аптырашып ҡарай-ҡарай,

Асҡан инек мәктәп ишеген

Беҙ 3 ҡыҙ һәм 3 малай.

3. Мәктәптә уҡыған йылдар-

Беҙҙең алтын бала саҡ

Иң яҡты иҫтәлек булып

Ғүмерлеккә ҡаласаҡ.

Көс еткәнсе белем алдыҡ,

Бының өсөн һөйөнәм.

4. Ҡайһы бер шуҡлыҡтар өсөн

Мин бөгөн дә көйөнәм.

Купме иҫтәлек ҡуҙҙары

Күңелдә әле тере.

Мәктәп йылдары-йөрәктең

Һис юйылмаҫ хәтере.

5.Мәктәп йылдары... Ғүмерҙең иң яҡты хәтирәләре,иң иҫтәлекле ваҡиғалары

менән беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йылдар уҙғас та әле шул саҡтарға хәтеребеҙҙә тағы,тағы әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.

(ЙЫР “Уҡытыусым”

6. Икенсе йортобоҙға әйләнгән һөйөклө мәктәбебеҙ һәр көн,һәр сәғәт беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңгегә яҡты иҫтәлек булып уйылып ҡалыр.

1. Һәр баланың йөрәгенә

Урау-урау юлдар илтә

Шул юлдарҙы таба белгән

Һинең аҡыл-ҡөҙрәтеңә

Кем һоҡланмаҫ уҡытыусы,

Кем баш эймәҫ ,уҡытыусы

2. Сығырылыш уҡыусылары

Килде көткән көнөбөҙ,

Ваҡыт үтте, хәтерегеҙҙәлер,

Яңы килгән инек беҙ.

Ә хәҙер беҙ белемлеләр,

Тәрбиәле, үҫкәнбеҙ

Ҙур донъя киләсәгенең

Атып килгән сәскәһе беҙ!

Алып барыусы: . Әле ҡасан ғына мәктәп тупһаһын аша атлап ингән инегеҙ. Туғыҙ йыл буйы һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Һеҙгә бала саҡтан килгән сәләмде 4-се класс уҡыусылары тапшырыр. Уларҙың да һеҙгә әйтер һүҙҙәре бар. Сөнки улар ҙа башланғыс класс менән хушлашып, өлкән класс уҡыусылары буласаҡ.

(4-се синыф уҡыусылары сығышы)

1.Дуҫ йәшәгеҙ яҡшы уҡып,

Тик бишлеләр алығыҙ.

Беҙҙең кеүек бына тигән,

Уҡыусылар булығыҙ.

2.Ҙур тормошҡа аяҡ баҫыр көндө

Ҡалғандыр бит әйтер һүҙҙәрең.

Уҡытыусым,һиңә рәхмәтлемен

Беҙгә баҡҡан һинең күҙҙәрең.

3.Беренсе уҡытыусыбыҙ,Рәүфә Фәрит ҡыҙы! Үҫеп буйға етһәк тә,һеҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө, беҙ әле лә һеҙҙең кәңәшегеҙгә мохтажбыҙ.

Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ,рәхим итегеҙ! Һуҙҙе кәңәш-теләктәрегеҙҙе оло юлға сығыр алдынан тағы ла бер ишетәһебеҙ килә.(Сәскә биреу??)

Зөбәйерова йыры Һуңғы ҡыңғырау.

4.-Шиғырһыҙ ҙа һеҙ бит аңлайһығыҙ

Йөрәгемдең иң саф хистәрен...

Онотмамын,

Һеҙҙе,уҡытыусым

Килгәндә лә ғүмер кистәрем.

5.Һәр һүҙегеҙ миңә алтын булды,

Һис бер килмәй сереү алтынға.

Улар яныр яҡты йондоҙ булып,

Юл күрһәтеп алға барырға.

6. Хөрмәтле класс етәксебеҙ Гөлфиә Шәрифулла ҡыҙы! Үҙегеҙҙең тәрбиәгеҙ, алдан күрә белеү һәләтегеҙ, тәрән аҡылығыҙ менән беҙҙе дөрөҫ юлдан барырға өйрәттегеҙ. Беҙҙең барлыҡ уңыштарҙа, донъяға ҡарашыбыҙҙа һеҙҙең ҙур өлөшөгөҙ бар.Беҙ һеҙҙең түҙемлелегеҙ алдында баш эйәбеҙ.

(сәскәләр шәлкеме тапшырыуы)

1.Уҡытыусым, ниңә һинең битең

Еүешләнгән бөрсөк йәш менән?

Күңелдәрҙә ҡалыр моңһоу был йөҙ

Элеккеләй алсаҡ, йәш гелән

2. Уҡытыусы!Ошо исемдән дә

Бөйөгөрәк ниндәй исем бар.

Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар

Йырҙарға ла һыймаҫ хисем бар.

Тәү ҡыңғырау сыңдарындай

Һуңғы вальс моңдарындай

Хәтерҙәрҙән һаман сыҡмай

Зиһендәрҙе һаман ҙурлай

Аңға һеңгән аҡыл-хисең

Уҡытыусы-бөйөк исем.

3. Беҙ бәхетлебеҙ, беҙ шатбыҙ.Сөнки беҙҙе иң белемле, иң алсаҡ беҙҙең шатлығыбыҙҙы уҙенеке итеп күргән, беҙҙең борсолоуҙарыбыҙҙы үҙ йөрәге аша үткәргән уҡытыусылар уҡытты. Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа ғүмерле бурыслыбыҙ.

(Йыр «Рәхмәт һиңә, уҡытыусым».)

4. Беҙҙең һәр яулаған үрҙәребеҙ, еңеүҙәребеҙ һеҙҙеке булыр.Ошо сәскәләрҙә - беҙҙең күңелебеҙ, һеҙгә әйтергә теләген барлыҡ уйҙарабыҙ, Һеҙгә булған хистәребеҙ.

(Уҡытыусыларға сәскәләр тапшырыу)

- ә хәҙер уҡытыусыларға һүҙ.

бергә :

мең-мең рәхмәт, мәктәбебеҙ

Мең рәхмәт, уҡытыусым!

5. халҡыбыҙға хеҙмәт итеү

Бурысын алып иңебеҙгә

Беҙ аҡларбыҙ өмөттәрҙе

Тоғро булып илебеҙгә.

6. Дуҫтар менән һаубуллашыр был көн

Йәш ғүмерҙең моңһоу көнө ул

Сылтыр-сылтыр көлгән ҡыңғырауҙар

Бала саҡтың һуңғы өнө ул.

- Һүҙ клуб мөдире Әйсәрә Йыһанур ҡыҙына бирелә.

1. 9 йыл буйы ҡыңғырау сыңы

Саҡырыу булды дәрескә

Бөгөн улар – саҡырыу һәм оҙатыу

Алда торған тормошҡа.

2. Бер ғәмһеҙ бала саҡтарым,

Мәктәбем һиндә үтте.

Килдем бөгөн һуңғы тапҡыр

Һаубуллашыр мәл етте.

«Һаубуллашыу» вальсы, шарҙар осороу.

3. Атай һәм Әсәй! Ошо иң ҡәҙерле, иң нәфис, иң гүзәл ике һүҙ беҙҙең күңелебеҙгә сабый саҡтан алып нурҙар менән яҙылып ҡуйылған.

4. ...Атай һәм Әсәй! Беҙ һеҙҙең алда ғүмергә бурыслыбыҙ.Теләгән изге теләктерегеҙ,биргән фатихаларығыҙ тормош юлында беҙгә кәрәк булыр, ауыр мәлдәрҙә ҡурсалаусы булыр.

5. Әсәйемдең наҙлы ҡарашы,

Атайымдың әйткән һүҙҙәре

Һәр саҡ миңә терәк,таяныс,

Һәр саҡ миңә кәрәк үҙҙәре.

6. Бер ни ҡайғы күрмәй шатлыҡ менән

Ерҙә улар мәңге йәшәһен.

Бөтә кеше ғүмер ғүмергә

Ҡәҙерләһен ата-әсәһен!

Хөрмәт итһен ата-әсәһен!

Шатландырһын ата-әсәһен ! (Хором)

1. Шиғыр “Атайыма”(Регина)

2. Ҡәҙерле атай-әсәләребеҙ! Балалыҡ рәхмәтебеҙҙе,йөрәк моңобыҙҙы ҡабул итеп алығыҙ.

(Йыр «Рәхмәт һеҙгә, атай, әсәй!»)

алып барыусы:

Ә хәҙер һүҙҙе ата-әсәләргә бирәбеҙ.Рәхим итегеҙ,

(Ата-әсәлар сығышы,Мәктәпкә буләктәр тапшырыу)

3.Беҙҙең өсөн генә бөгөнгө көн,

Мәктәбемдә «Һуңғы ҡыңғырау»

Уҡып белем алған ул-ҡыҙҙарын

Оло юлға әйҙәп яңғырый.

4. Бала саҡ! Сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ниңә шулай тиҙ китәһең? Бик ауыр һинең менән хушлашыуы. Мин һине төштәремдә күреп һағынасаҡмын, бер-иеке минутҡа булһа ла кирегә ҡайтарғым киләсәк... мәктәп бүлмәләрендә аҙашып ҡалған ғәмһеҙ, шаян баласағыбыҙҙы эҙләп, изге йортобоҙға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырбыҙ. Бәхетле көндәребеҙ хәтеребеҙҙә ҡәҙерләп һаҡланыр ( Илһөйәр)

“Ҙур рәхмәт һиңә, минең мәктәбем” йыры

алып барыусы:

Бөгөн беҙ иң шатлыҡлы, иң тулҡынландырғыс мәлдәр кисерәбеҙ.

Күңелдәребеҙгә илһам, маҡсаттарыбыҙға ынтылыш, хыялдарыбыҙға ҡанат ҡуйған мәктәбебеҙ менән хушлашабыҙ.

Һуңғы ҡыңғырау яңғрай бөгөн

Яңы юл яра ғүмер ағышы.

Һуңғы ҡыңғырау- өләсәй доғаһы,

Изге юл теләй уның тауышы.

алып барыусы:

9 йыл буйына һеҙҙең өсөн иң яғымлы моңға әйләнгән ҡыңғырау бөгөн һеҙҙең өсөн һуңғы тапҡыр сыңлай. Ҡыңғырауҙың ошо һуңғы сыңы өр-яңы донъяның- тормоштоң ишектәрен аса. Был сың бала сағығыҙҙың, онотолмаҫ мәктәп йылдарының моңо булып һәр берегеҙҙең хәтерендә ҡалһын.

Һуңғы ҡыңғырауҙы уҡыу алдынғылары ?????? яңғыратыр.

5. Мәктәбем, хушлашыуы ауыр,

Ураның гел йөрәк түрендә.

Һиндә алған белем, алып менһен

Тормоштоң иң яҡты үренә.

6.хуш, мәктәбем, дуҫтар, уҡытыусым!

Бала сағым, йәшлек, мөхәббәт.

Барлыҡ хистәр бында ихлас, ысын

Барыһы өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! (баш эйәбеҙ)

алып барыусы:

Хушлашыуҙар ниңә ауыр икән?

Талмаҫ ҡанат бар бит иңдәрҙә!

Һау булығыҙ, беҙҙең изге йәндәр,

Һау бул мәктәп, һау бул уҡытыусым!

Һау бул, ҡыңғыраулы йылдарым!

Оло юлға бөгөн бына тағы,

Сыға йәш ҡыҙҙарың, улдарың!

(«Ҡыңғырыулы мәктәп йылдары» моңо аҫтына майҙандан сығарылыш класс уҡыусыларын оҙатыу)

Хәйерле юл, егеттәр!

Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!

Юлдарығыҙ уң булһын!

Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!

kopilkaurokov.ru